ЙӨГӘМЕШ ҠАЛАСЫҒЫ, 5—7 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Яңауыл р‑ны Йөгәмеш а. көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ҡалатау түбәһендә урынлашҡан. 1967 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1988 й. Б.Б.Агеев өйрәнә. Ҡаласыҡ (майҙаны яҡынса 10 мең м2) 2 ур (бейеклеге яҡынса 1—2 м) һәм соҡор м‑н уратып алынған. Керамика Бахмут мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан тора. Й.ҡ. ҡарауыл ҡәлғәһе булған, тип фараз ителә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

В.А.Иванов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке