ЙӨГӘМЕШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 914 кеше; 1920 — 1029; 1939 — 840; 1959 — 835; 1989 — 425; 2002 — 393; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 20 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 497 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 4 бакалея кибете, 2 һыу тирмәне теркәлгән.  Ауыл эргәһендә Йөгәмеш ҡаласығы бар. Ә.Ф.Ғабдрахманова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке