ЙОСОПОВА Нәфисә Ислам ҡыҙы (26.1.1953, Прилуки ҡ.), радиофизик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1988). И.Й.Йосоповтың ҡыҙы. Воронеж ун‑тын тамамлағандан һуң (1975) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1989 й. алып информатика һәм робототехника ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап хисаплау математикаһы һәм кибернетика каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре яһалма интеллект теорияһына арналған. Й. тарафынан тотҡарлыҡ һәм киҫкен ситуациялар шарттарында ҡатмарлы техник объекттар м‑н идара итеү методологияһы, хәүефле объекттар һәм аварияларҙың ихтимал булған үҫеше сценарийҙары т‑дағы мәғлүмәттәрҙе күҙ алдына килтереү моделдәре, пр‑тиеларҙы банкротлыҡ хәүефенә ярашлы классификациялау ысулы һ.б. уйлап табыла. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 44 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Информационное обеспечение управления и контроля. М., 2008 (авторҙ.); Философские и прикладные вопросы методологии искусственного интеллекта. М., 2009 (авторҙ.); Иерархические модели данных: концепции и реализация на основе XML. М., 2011 (авторҙ.).

Б.Ғ.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.