АКТИВЛАШТЫРЫЛҒАН КҮМЕР, тышҡы йөҙө ныҡ үҫешкән углеродлы материал.

Углеродтан (масса б‑са 87—97%) тора, составында ш. уҡ водород, кислород һәм уны алғанда индерелгән активлаштырыусы өҫтәмәләр бар. Төҙөлөшө күҙәнәкле (күҙәнәктәр йөҙөнөң дөйөм майҙаны 450—1800 м2/г), күҙәнәктәр ҙурлығы б‑са шартлы рәүештә микро‑ (3 нм тиклем), мезо‑ (3—200 нм) һәм макрокүҙәнәктәргә (200 нм ашыу) бүленә (уларҙың тышҡы йөҙ майҙандарының үҙ‑ара нисбәте 1000:100:1 тигеҙ).

БР‑ҙың шәкәр сәнәғәте, спирт һәм ликёр‑араҡы сәнәғәте пр‑тиеларында Әмзә урман комбинатының ағас күмеренән “Сорбент” ААЙ (Пермь ҡ.) етештергән А.к. файҙаланыла. 2001 й. урман комб‑тының үҙендә А.к. етештереү үҙләштерелә. Һауа инеү мөмкинлеге булмаған шарттарҙа 700—800°С т‑рала карбонатлаштырыу юлы м‑н үҙағастан алалар. Ыҫмалалы һ.б. матдәләрҙән таҙартыу һәм кәрәкле кимәлдәге күҙәүлелеккә еткереү өсөн парлы‑газлы (һыу пары, углекислый газ һ.б. окисландырыусы газдар ҡатнашлығында 750—1000°С т‑рала) йәки химик (цинк хлориды, калий карбонаты йәки сульфиды һ.б. м‑н) активлаштырыу ысулын ҡулланалар. А.к. (башлыса микрокүҙәнәктәре м‑н) ароматик берләшмәләр, альдегидтар, ҡатмарлы эфирҙарҙы һәйбәт, һыу, аммиакты насар йота. Адсорбент сифатында ветеринарияла, мед., сорбция ысулы м‑н технологик эретмәләр, газдар, эсәр һыуҙы таҙартыу һ.б. процестарҙа ҡулланыла.

Әҙәб.: Бутырин Г.М. Высокопористые углеродные материалы. М., 1976; Кинле Х., Бадер Э. Активные угли и их промышленное применение. Л., 1984.

М.Ғәфәров

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке