ЙОСОПОВА Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы (21.12.1901, Орск ҡ. — 30.8.1969, Өфө), актриса, театр‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. (1944), БАССР‑ҙың халыҡ (1940) һәм атҡ. (1935) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1936). Орск уҡытыусылар курсын тамамлағандан һуң (1915) 1918 й. тиклем татар мәктәбендә (Орск), 1919—29 йй. Башҡортостандың төрлө мәктәптәрендә, ш. иҫ. БАССР‑ҙың Йылайыр кантонының Темәс мәктәбендә (ҡара: Темәс урта мәктәбе), һәм БАССР‑ҙың Мәғариф ХК бүлектәрендә эшләй. 1926—69 йй. БАДТ актрисаһы. 1946—49 йй. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте Башҡ‑н бүлексәһенең яуаплы секретары, 1952—61 йй. рәйесе.

Башҡ. театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге актрисаларҙың береһе. 1916 й. “Йәштәр союзы” (“Союз молодёжи”, Орск) эргәһендәге һәүәҫкәр театр сәхнәһендә “Юғалған ҡатын” (“Потерянная женщина”) драматик этюдында (авторы билдәһеҙ) Люси псевдонимы м‑н тәүге тапҡыр сығыш яһай. Актрисаның күңеленә үҙенсәлекле ролдәр, көслө рухлы образдар яҡын була. Башҡарыу оҫталығы гражданлыҡ рухы, матур тауыш һәм сағыу темперамент, пластика м‑н айырылып торған. Башҡ. әҫәрҙәрендә: Елизавета (“Ҡарағол”, Д.Юлтый), Таңһылыу (“Ашҡаҙар”, М.А.Буранғолов), Үлмәҫбикә (“Һаҡмар”, С.М.Мифтахов); сит ил әҫәрҙәрендә: Эмилия (“Отелло”, У.Шекспир), леди Мильфорд (“Мәкер һәм мөхәббәт” – “Коварство и любовь” Ф.Шиллер); урыҫ классикаһы әҫәрҙәрендә: Анна Андреевна (“Тикшереүсе” – “Ревизор”, Н.В.Гоголь), Кручинина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” –“Без вины виноватые”), Огудалова (“Бирнәһеҙ ҡыҙ” – “Бесприданница”; икеһе лә — А.Н.Островский); совет әҫәрҙәрендәге: Любовь Яровая (К.А.Тренёвтың ш. уҡ исемле драмаһы), Елена Кошевая (А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” — “Молодая гвардия” романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың “Батырҙар” спектакле), Лушка (“Күтәрелгән сиҙәм” – “Поднятая целина”, М.А.Шолоховтың ш. уҡ исемле романы б‑са) кеүек 120‑нән ашыу төрлө пландағы ролдәр башҡара. Ғәлиәбаныу (ҡара: “Ғәлиәбаныу”) ролен тәүге башҡарыусы. Ҡобайырҙар, башҡ. халыҡ йырҙары, халыҡ бейеүҙәре м‑н сығыш яһай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта концерттар м-н сығыш яһай. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Й. исеме Актёрҙар йортона бирелгән; Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Ҡолмой Я. Бәҙәр Йосопова. Өфө, 1984; Салимҗанов Х. Артист язмалары. Казан, 1966.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Б.Ә.Йосопова Ҡуйбикә ролендә (“Маҡтымһылыу”, Д.Юлтый)

Текст на русском языке