ЙОСОПОВ Хәмит Ғәббәс улы [1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1993, Яр Саллы ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1933—38 йй. Әлшәй р‑ны колхозы тракторсыһы, 1946 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тының Капиталь төҙөлөш идаралығы бульдозерсыһы; 1972—77 йй. “Камгэсэнергострой” ПБ‑нда (Яр Саллы ҡ.) эшләй. Й. ҡатнашлығында 1955—66 йй. Салауат ҡ. комб‑т (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), мәктәптәр, һөнәрселек уч‑щеһы, икмәк з‑ды биналары һ.б. төҙөлгән, 1958 й. план 150—180%‑ҡа үтәлгән. Ленин (1958), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.