ЙОСОПОВ Харис Монасип улы [24.8.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 7.6.2009, Силәбе өлк. Рощино ҡсб, ш. уҡ өлк. Казанцево а. ерләнгән], тренер. Проф. (1995). Дзюдо б‑са СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡ. тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо б‑са халыҡ‑ара (1975), самбо б‑са бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. физик культура хеҙм-ре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1989). Силәбе пед. ин‑тын тамамлаған (1958). Ирекле көрәш (1958—60) һәм көрәш (1960) б‑са РСФСР чемп., классик көрәш б‑са СССР Ҡораллы көстәре чемп. (1953). 1958 й. алып “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры һәм Күмертау ТЭЦ‑ының физик культура инструкторы. 1960 й. алып Силәбе штурмандар юғары хәрби авиация уч‑щеһының физик тәрбиә уҡытыусыһы, 1969 й. – “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте Силәбе өлкә советының өлкән тренеры; 1970 й. алып Урал физик культура ун‑тында (Силәбе ҡ., 1973—78 йй. көрәш теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 1969—88 йй. СССР үҫмерҙәр һәм үҫмер спортсылар йыйылма командалары тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 2 атҡ. спорт мастеры, 11 халыҡ‑ара класлы спорт мастеры һәм 250‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) орд. м‑н бүләкләнгән. Силәбелә 1993 й. башлап йыл һайын дзюдо б‑са Й. призына (2009 й. алып Й. иҫтәлегенә) асыҡ Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә; Й. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; уның исеме м‑н урам аталған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке