ЙОСОПОВ Харрас Ғәлиәкбәр улы [1.3.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Асы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) – 12.2.2006, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән], тел белгесе, педагог. Филол. ф. канд. (1956). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1988), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1952), 1955 й. алып шунда уҡ эшләй. 1956—2003 йй. СДПИ‑ла: 1957 й. башлап тел һәм әҙәбиәт ф‑ты деканы, 1967—70 йй. башҡ. теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. теленең диалектологияһы, лексикологияһы, фразеологияһы һәм морфологияһы мәсьәләләренә арналған. “Башҡортса‑русса фразеологик һүҙлек”те (1973) төҙөүселәрҙең береһе. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу-методик ҡулланмалар авторы.

Хеҙм.: Башҡорт телендә оҡшатыу һүҙҙәре. Өфө, 1971; Башҡорт телендә эвфемизмдар. Өфө, 1988.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018