ЙОСОПОВ Тимер (Тимербай Йосоп улы; 31.5.1938, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Түб. Әбсәләм ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Түб. Әбсәләм а., — 16.3.2016, Өфө), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны (1967), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1979) тамамлаған. 1967 й. алып Бөрйән р‑нының Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы; 1968 й. башлап “Башҡортостан пионеры” гәз. хеҙм‑ре; 1973—77 йй. нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы дир., 1983—88 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары. “Икмәк еҫе” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1968 й. сыға. Ижадының төп темалары – шәхес һәм заман берлеге, халыҡ тарихы, хәҙерге ысынбарлыҡ. “Усаҡ яна” (1978), “Хәтеремдең тере ҡуҙҙары” (1980), “Ваҡыт карауаны” (2002) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙары Ватанға, халыҡ яҙмышына арналған. “Яҙ моңдары” (1966) поэмаһында шағир атайҙар хәтеренә тоғро булырға саҡыра, әхлаҡ һәм гражданлыҡ яуаплылығы мәсьәләләрен күтәрә. “Олатайҙар юлы” (1971) поэмаһы Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуына бағышланған. “Ташҡын” (1982), “Ҡая өҫтөндә уйланыу” (1988), “Килде заманалар” (1990), “Беште ер еләккәйҙәре” (1998) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Әҫәрҙәре алтай, немец, татар, урыҫ, яҡут телдәренә тәржемә ителгән. 2001 й. Мәсәғүт а. (Дыуан р‑ны) Респ. лицей‑интернаты тарафынан уның исемендәге премия булдырыла, Й. исеменә милли көрәш б‑са йыл һайын зона ярыштары (БР‑ҙың Мәғариф министрлығы ярҙамында), 2009 й. алып БР‑ҙың Мәғариф министрлығы тарафынан Дыуан р‑ны хакимиәте м‑н берлектә лицей базаһында Й. уҡыуҙары үткәрелә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1998), Р.Ғарипов ис. (1993), Ф.Кәрим ис. (2003) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2006— 2009; Йәшәүҙәре бәхет донъяла: шиғырҙар. Өфө, 2013; Снежное поле: стихи. М., 1983.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.