ЙОСОПОВ Ринат Мөхәмәт улы (13.11.1951, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. — 15.1.2011, Өфө), антрополог, этнограф. Тарих ф. канд. (1982). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) 1977 й. тиклем һәм 1980 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Урал халҡының палеоантропологияһына, башҡорттарҙың тарихына, антропологияһына һәм этнологияһына арналған. ТТӘИ‑нең краниологик коллекцияһына нигеҙ һалыусы. Байтаҡ антропологик экспедиция һәм этнографик экспедиция ойошторған, уларға етәкселек иткән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2011 й. алып Өфөлә Йосопов уҡыуҙары үткәрелә. Тыуған ауылында Й. уҡыған 1‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Краниология башкир. Л., 1989; Башкиры: этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002 (авторҙ.); Башкиры‑гайнинцы Пермского края: история, этнография, антропология, этногеномика. Уфа, 2008 (авторҙ.).

З.Д.Ҡорманаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018