ЙОСОПОВ Ислам Йосоп улы [1.9.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Буралы а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 16.4.1991, Өфө], инженер-радиотехник. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков лётчик-күҙәтеүселәр һәм штурмандар хәрби авиация уч‑щеһын (1944), Рига хәрби-диңгеҙ авиация элемтә уч‑щеһын (1952) тамамлаған. 1942 й. алып СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән: 1952 й. башлап Алыҫ араға осоусы авиацияла радиолокация сараларын эксплуатациялау б‑са инженер (Прилуки ҡ.), 1962 й. — СССР Оборона министрлығы ҒТИ‑нда (Воронеж ҡ.). 1972 й. алып ӨАИ‑ла эшләй: производство процестарын автоматлаштырыу каф., 1978 й. — автоматлаштырылған идара итеү системалары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаларын уйлап табыуға бәйле. Й. тарафынан билдәһеҙлек һәм сикле ресурс шарттарында идара итеү б‑са автоматлаштырылған ҡарар ҡабул итеү методологияһы эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Автоматизированные системы принятия решений. М., 1983; Автоматизированное управление ситуациями в агропромышленном комплексе. Уфа, 1988 (авторҙ.).

Н.И.Йосопова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018