АКТЁРҘАР ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Театр эшмәкәрҙәре союзы) эргәһендә асыла, 2002 й. алып Б.Ә.Йосопова исемен йөрөтә. 300 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы, конференц‑залы, ижади секциялар өсөн кабинеттары, кино ҡоролмаһы, кафеһы бар. А.й. Театр эшмәкәрҙәре союзының һәм БР театрҙарының төрлө саралары үткәрелә: театр рәссамдары күргәҙмәләре, хәтер кисәләре, театр премьералары хаҡында фекер алышыуҙар, сәхнә ветерандарының, РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаларының ижад кисәләре, 2000 й. башлап йыл һайын — “Күңелле кулиса” Респ. театр кисәләре фестивале.

Л.Р.Мөхәмәтшина, Р.К.Шәйғәрҙәнова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.