ЙОСОПОВ Данир Рифхәт улы (18.7.1980, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2008). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2007). 22‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Арсентьева). Рәсәй чемп. (1999, 2002—07, 2009—10), Донъя (2009—10) һәм Рәсәй (1998, 2003—06, 2011) кубоктарын яулаусы, донъя (2004—05) һәм Европа (2006) чемпионаттарының көмөш призёры; кикбоксинг б‑са профессионалдар араһында донъя чемп. (2004). Сават б‑са Рәсәй чемп. (2003, 2005, 2007—08), донъя чемпионатының көмөш призёры (2005). Үҫмер спортсылар араһында кикбоксинг б‑са донъя (1999) һәм Рәсәй (1998—99) беренселектәре еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998—99, 2002—10).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018