ЙОСОПОВ Ғайса Ғәлиәкбәр улы [21.5.1905, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Дәүләтҡол а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) – 19.8.1941, Ленинград өлк. Меньково ҡсб], шағир. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград хәрби‑мед. акад. тамамлағандан һуң (1934) хәрби табип булып эшләй. Ижадының төп темалары – ауылды яңыртыу, соц. төҙөлөш, илде һаҡлау. “Төҙөгәндә” (1932), “Бәрүәз һәм өй ҡуяндары” (1934) шиғри китаптар авторы. Һамарҙа В.И.Чапаевҡа һәм уның дивизияһына арналған монументта Й. образы кәүҙәләндерелгән (скульптор М.Г.Манизер бер яугирҙың образын ижад итеү өсөн Й. һайлай).

Әҙәб.: Сафуанов С.Ғ. Йыр сафта ҡала. Өфө, 1960.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке