ЙОСОПОВ Вәкил Барый улы (20.2.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Әмин а.), актёр, режиссёр. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). ӨДСИ‑не (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу ин‑тын (Мәскәү, 1996; М.М.Новохижин курсы) тамамлаған. 1973—98 йй. һәм 2000—04 йй. Сибай башҡ. драма театры актёры, 1998—2000 йй. Ырымбур татар драма театры реж., 2004 й. алып “Сулпан” Сибай башҡ. балалар театры, 2005 й. — Сибай филармонияһы дир., бер үк ваҡытта 2002 й. башлап Сибай сәнғәт колледжында уҡыта. Актёр үҙенсәлекле ролдәрҙе лә: Садиҡ (“Шайтан тоҡомо”, Г.Мохтаров; дебют, 1974), Сильва (“Өлкән улым” – “Старший сын), Анчугин (“Төбәктә булған мәҙәктәр” – “Провинциальные анекдоты”, икеһе лә — А.В.Вампилов), Сганарель (“Дон Жуан”, Мольер), комик ролдәрҙе лә: Ғәлим (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Әлфәнис (“Париж егете Әлфәнис”, Л.В.Вәлиев), Абдулла (“Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?”, Ф.М.Бүләков) берҙәй уңышлы башҡара. Й. режиссёрлыҡ эштәре лиризм, яҡшы һәм йылы юмор м‑н айырылып тора. Сибай башҡорт драма театры сәхнәһендә Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” (дебют, 1995), “Ҡәһәрле мөхәббәт”, Ырымбур татар драма театрында – “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?” (икеһе лә — Бүләков), Миңнуллиндың “Һөйәркә”; Әлмәт татар драма театрында – Н. Ғәйетбайҙын “Һөйәркәнде шкафҡа йәшер”, Бүләковтың “Һөйәһенме – һөймәйһеңме?“; Сулпан” театрында – “Һәпрүш” (В.Н.Афониндың “Һәпрүш, йәки Һаумы, ҡауырһынлы Ғәжәп йән” — “Мымрёнок, или Здравствуй, Чудо в перьях” пьесаһы б‑са) һ.б. спектаклдәр ҡуя.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке