ЙОСОПОВ Билал Мөғтәсим улы [25.12.1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Мерәҫ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 26.2.1999, Өфө], геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1959), проф. (1969). ТАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1964). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1935) Татарстан геол.‑разведка тресы геологы, 1942 й. алып идарасыһы; 1945 й. башлап ТАССР ХКС‑ы эргәһендәге Урындағы яғыулыҡ сәнәғәте идаралығы нач. урынбаҫары, 1946 й. — СССР‑ҙың Дәүләт геол. ком‑ты Геол. ин‑тының ғилми секретары, 1948 й. — нефть һәм газ бүлеге мөдире, 1965 й. — төбәк геологияһы бүлеге (бөтәһе лә — Ҡазан) етәксеһе. 1968 й. алып Геол. ин‑ты (Өфө) дир., бер үк ваҡытта 1970 й. башлап нефть һәм газ геологияһы лаб. мөдире; 1974 й. алып ғилми консультанты, 1978—92 йй. өлкән ғилми хеҙмәткәре‑консультанты. 1967 й. Һиндостанда нефть б‑са БМО эксперты. Фәнни эшмәкәрлеге Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһының геол. төҙөлөшөн, гидрогеол. шарттарын, нефтле һәм газлы булыу перспективаларын; рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау проблемаһына бәйле БР һәм ТР ер аҫты һыуҙарын тикшереүгә арналған. Й. ер ҡабығында метаносфера барлығы т‑да фараз тәҡдим иткән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), “Почёт Билдәһе” (1958) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Структура и нефтеносность стратиграфических комплексов Западной Башкирии. М., 1974 (авторҙ.); Новая концепция проблемы происхождения нефти и природного горючего газа. Уфа, 1982.

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.