ЙОСОПОВ Азат Тимерйән улы (30.3.1978, Өфө — 13.10.2001, Киров өлк., тыуған яғында ерләнгән), спортсы. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2000). 15‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.В.Ребров). 1996 й. алып Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһаған (С.Н.Игнатьев). Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2001) һәм бронза (2000) призёры, хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (2001). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018