ЙОСОПОВ Тимур Тәүхәт улы (21.9.1973, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). “Кэмпо” (тренеры М.М.Ғәбдрәхимов) һәм ӨДАТУ (Р.С.Саяпов, В.Д.Чистонов) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Азия (1993), Рәсәй (1994—96) чемп., донъя (1999), Европа (1996) һәм Рәсәй (1998—99) кубоктарын яулаусы, донъя (1995), Европа (1994, 1996) чемпионаттарының һәм Европа Кубогының (1998) бронза призёры; кикбоксинг б‑са профессионалдар араһында Европа чемп. (1999). Сават б‑са Европа (2000) һәм Рәсәй (2001—02) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—99).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.