ЙОСОП НАДИРОВ, башҡорт ихтилалын (1735—40) һәм Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Ҡазан даруғаһы Надир улусы Яңы Надир а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) башҡорто. Тархан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Надир Ураҙмәтовтың улы. 1754 й. атаһы м‑н бергә нефть з‑ды төҙөүгә рөхсәт ала. 1773 й. нояб. Бөгөлмә ведомствоһының Дүсмәт а. (хәҙ. Ырымбур өлк.) 57 кешелек отряды м‑н ген.-майор В.А.Кар етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡушыла. 773 дек. — 1774 й. февр. майор И.Шишкин командаһында Бөгөлмә биҫтәһендә була. Баш күтәреүселәргә әсирлеккә эләгә, 29 дек. ҡаса. 1780 й. Надир улусы старшинаһы. Алтын (1776), көмөш (1774) миҙалдар һәм ҡылыс м‑н бүләкләнгән.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018