ЙОСОП, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта 2‑се Беҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 301 кеше; 1939 — 298; 1959 — 327; 1989 — 182; 2002 — 210; 2010 — 196 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Аҡсәйет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә башҡорттар нигеҙ һала. 1896 й. 18 йортта 102 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018