ЙОСОП, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 29 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 604 кеше; 1920 — 843; 1939 — 537; 1959 — 552; 1989 — 553; 2002 — 527; 2010 — 529 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түб. Ҡыйғы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Шүрәле, Косогорная исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 15 йортта 120 кеше йәшәгән, 1865 й. 53 йортта – 324 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018