АКСЁНОВ Сергей Геннадьевич (18.3.1959, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. канд. (1996), иҡт. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын (1987), Өфө юғары мәктәбен (1994), Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт‑Петербург Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте ун‑тын (2010) тамамлаған. 1987 й. алып Өфө юридик ин‑тында: 1999—2003 йй. уҡыу‑уҡытыу бүлеге нач. урынбаҫары, 2006 й. — конституцион хоҡуҡ каф. начальнигы. 2008 й. башлап РФ ЭЭМ‑ының Иҡт. хәүефһеҙлек акад. эшләй (Мәскәү): ситтән тороп уҡыу ф‑ты, 2010 й. майынан алып иҡт. ф‑ты, 2010 й. окт. — ғилми‑пед. кадрҙар әҙерләү ф‑ты начальнигы. 2011 й. башлап ӨДАТУ‑ның ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә иҡт.‑хоҡуҡи көйләү проблемаларына арналған. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке