ЙОСОП, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 763 кеше; 1920 — 905; 1939 — 1180; 1959 — 976; 1989 — 652; 2002 — 723; 2010 — 668 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 25 йортта 53 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018