ЙОНДОҘЛОҠТАР, йондоҙло күк өлөштәре йәки улар эсендәге йондоҙ фигуралары. Боронғо замандарҙан уҡ кешеләр яҡты йондоҙҙарҙан торған билдәле фигураларға исем биргән. Һәр бер мәҙәниәттә күк йөҙөн үҙенә бер төрлө итеп фрагменттарға бүлеү принцибы булған. 1930 й. йондоҙҙарҙы табыу һәм билдәләү еңелерәк булһын өсөн тура күтәрелеш һәм ауышлыҡ һыҙыҡтары буйлап 88 Й. сиктәрен билдәләү б‑са халыҡ-ара астрономдар килешеүе ҡабул ителә. Урынлашыуы б‑са полюс эргәһендәге (Етегән йондоҙ, Кесе Етегән һ.б.), экватор (Арҡысаҡ, Ҙур Эт һ.б.), зодиак (Буға, Ҡуҙы һ.б.) һәм көньяҡ ярымшар (Көньяҡ Тәре, Кәмә ҡойроғо, Секстан һ.б.) Й. айырыла. БР терр‑яһында 60‑ҡа яҡын Й. күҙәтергә мөмкин: полюс эргәһендәге (тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йыл әйләнәһенә күренә); экватор һәм зодиак Й. (йылдың билдәле бер миҙгелендә күренә; байый). Көньяҡ ярымшар Й. күбеһе респ. терр‑яһында күҙәтелмәй.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке