ЙОНДОҘЛО, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 257 кеше; 1959 — 156; 1989 — 159; 2002 — 143; 2010 — 129 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Оло Өстүбә һәм Кәпәй‑Ҡобау аа. кешеләре нигеҙ һала.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018