ЙОНДОҘҠАЙ (Stellaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда Й. 8 төрө үҫә: һаҙ, ҡаты япраҡлы, туғай һ.б. Күп йыллыҡ, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы йәки йомро, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—60 см. Япраҡтары таҫма‑ланцет йәки йомортҡа формаһында, ултырма йәки һаплы, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәләре аҡ төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, сәскәлектәре — дихазиялар. Май—сент. сәскә ата. Емеше — тумалаҡ йәки йомортҡа формаһындағы ҡумта, июнь—окт. өлгөрә. Һаҙлыҡтарҙа, болондарҙа, йылға ярҙарында, урмандарҙа үҫә. Туғай Й., йөнтәҫ касалы Й., йорт Й. республиканың бөтә терр‑яһында, фин Й., ҡаты япраҡлы Й., урман Й. башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Бунге Й. башлыса Башҡортостандың Урал алдында, ҡалын япраҡлы Й. Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы р‑ндарында осрай. Бунге Й., туғай Й. — мал аҙығы һәм баллы үҫемлек, ҡаты япраҡлы Й., тәкәрлек Й. — ағыулы үҫемлек. Йорт Й. йәки йорт үләне — ҡый үләне, составында С витамины, дуплаусы матдәләр, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018