ЙОМШАҠ ТҮБӘ ҺӘМ ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш материалдары сәнәғәтенең битумдар һәм полимерҙар нигеҙендә йомшаҡ гидроизоляция һәм түбә материалдары етештереү б‑са тармағы. Продукция түбә ҡатырғаһы, быяла-киндер, быяла-туҡыма, полимер плёнкалар файҙаланып төргәк рәүешендә сығарыла. 1969 й. Учалы ҡатырға-рубероид з‑ды (ҡара: “Кровля”), 1998 й. “Кровлестом” ЯСЙ (Ишембай ҡ.) ойошторола. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында 90‑сы йй. башында элон полимер материалын етештереү үҙләштерелә. 2004 й. БР‑ҙа тармаҡ 3 пр-тие һәм производствонан тора, төҙөлөш материалдары сәнәғәте күләменең 2,8%‑ы тармаҡ өлөшөнә тура килә. Тармаҡ продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. Етештереү динамикаһы табл. бирелгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостан Республикаһында йомшаҡ түбә материалдары етештереү, мең м2

 

1990

1995

2000

2004

2007

2009

Йомшаҡ түбә һәм гидроизоляция материалдары, ш. иҫ.

119066

49862

49610

46218

97309

67643

рубероид, ш. иҫ.

97671

48531

48969

44728

95319

66251

эре бөртөклө һибелмәле

38787

5324

5490

2565

3763

3217

эслек

491

31831

24580

4519

33099

31675

иретеп эшләнә торған

58393

11376

17839

37644

58457

31359

быялалы рубероид

1060

пергамин

21395

1331

641

1490

1990

1392