АКСЁНОВ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, Әлшәй р‑ны Ким а. урынлашҡан. 1896 й. Аксёнов т. юл ст. янында алпауыт хужалығы етәкселәрен әҙерләү б‑са 1‑се разрядлы Бәләбәй а.х. мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1920 й. алып а.х. техникумы, 1925 й. — Йәштәрҙең коммунистик интернационалы ис. А.а.х.т., 1992 й. — хәҙерге исемен йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә агрономия, ветеринария, ер‑мөлкәт мөнәсәбәттәре, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, менеджмент, умарт‑ҡ, үҫемлекселек продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, уҡытыу‑производство хужалығы, машина‑трактор паркы, хәрби‑спорт ҡаласығы, емеш, йәшелсә баҡсалары бар. 22 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында С.Х.Бикәев, П.Д.Буслаев, М.С.Ғөбәйҙуллин, Н.А.Перепечай, Б.Т.Щербаков. 1941—43 йй. техникум бинаһында Мәскәүҙән эвакуацияланған М.Горький ис. 1‑се балалар йорто урынлаша.

Р.Р.Абдулвәлиев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.