“ЙОМРАН-ТАБЫН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. Тәүге варианты 19 б. башында 9‑сы башҡ. кантонының йорт старшинаһы Иҫәнғол Ҡәйепҡолов тарафынан төҙөлә, 1900 й. М.И.Өмөтбаев тарафынан күсереп яҙыла һәм өҫтәлмәләр индерелә. Башланғыс өлөшөндә Аҡһаҡ Тимер, уның яулап алыу походтары һәм үлеме т‑да мәғлүмәттәр бирелә, Көньяҡ Уралға Әстерхан ҡ. килгән ниндәйҙер Уғлан хан т‑да бәйән ителә. Төп өлөшкә исемдәр генеалогияһы һәм уларға аңлатма биреүсе текстар ингән. Шәжәрәлә табын ырыуына ҡараған йомран-табындарҙың эҙмә-эҙлекле, ентекле яҙылған тарихы юҡ, ҡайһы бер айырым ваҡиғалар ғына иҫкә алынған һәм генеалогияның ҡайһы бер билдәле шәхестәре т‑да ҡыҫҡаса белешмә бирелгән. Йомғаҡлау өлөшөндә шәжәрәнең төҙөлгән ваҡыты һәм урыны күрһәтелгән, Өмөтбаевтың киләсәк быуындарға мөрәжәғәт итеп яҙылған өгөт-нәсихәтле шиғырынан юлдар килтерелгән. Өмөтбаевтың автографы Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Родословная башкир Юмран‑Табынской волости со сведениями титулярного советника и кавалера Мухаметсалима Уметбаева, дополненная относящимися к ней документами. Уфа, 1997; Башкирские родословные. Уфа, 2002. Вып.1.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.