ЙОМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 61 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1103 кеше; 1920 — 1305; 1939 — 1078; 1959 — 1167; 1989 — 757; 2002 — 817; 2010 — 865 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1812 й. купчий ҡағыҙы б‑са Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы Боҫҡаҡ‑Ҡуян а. (хәҙ. Иҫке Боҫҡаҡ а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губ. Бөгөлмә өйәҙенән, Цивильский өйәҙенән, Сембер губ. килгән яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡамышлы исеме м‑н билдәле була. 1865 й. 104 йортта 522 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1888 й. төҙөлгән), миссионерҙар мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.