ЙОМАШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кеүәшле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 383 кеше; 1920 — 845; 1939 — 488; 1959 — 653; 1989 — 1085; 2002 — 1136; 2010 — 1006 кеше. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. башында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1572 й.) Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Йомаш Бәтерәев исеме м‑н аталған. 1795 й. 51 йортта 257 кеше йәшәгән, 1866 й. 105 йортта – 567 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Х.Ә.Барлыбаев, Ә.Ә.Барлыбаев, Р.Ғ.Ишемова, Я.З.Ҡәйепов, М.М.Тойғонов, Ә.Ғ.Әлибаев ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке