ЙОМАТАУ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында, Йоматау а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Санаторный т. юл ст. Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 523 кеше; 1959 — 913; 1989 — 688; 2002 — 585; 2010 — 532 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Йоматау” шифаханаһында эшләй. Балалар баҡсаһы, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. шифахана ойоштороуға бәйле БАССР‑ҙың 15 йыллығы ис. шифахана ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50-се йй. алып хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке