ЙОМАТАУ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Өфө р‑нында, Йоматау а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 150 кеше; 1939 — 275; 1959 — 645; 1989 — 529; 2002 — 539; 2010 — 688 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1886 й. Өфө өйәҙендә Һамар‑Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018