ЙОМАТАУ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ АУЫЛЫ, Ключарёв, Өфө р‑нында, Йоматау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Пионер т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 40 кеше; 1939 — 314; 1959 — 277; 1989 — 689; 2002 — 681; 2010 — 355 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Йоматау этнография музейы бар.

Ауылға 1910 й. Өфө өйәҙендә А.С.Ключарёв Баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ мәктәбе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. алып Йоматау а.х. мәктәбе ҡасабаһы, 1939 й. — Йоматау зоотехникум мәктәбе ҡасабаһы, 50‑се йй. — Йоматау умартасылыҡ техникумы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 70‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.