ЙОМАТАУ АГРАР ТЕХНИКУМЫ, 1910 й. Өфө губ. Өфө өйәҙе Баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ мәктәбе ҡасабаһында (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Йоматау ауыл хужалығы техникумы а.) А.С.Ключарёв ис. баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ ғәмәли мәктәбе булараҡ асыла, 1921 й. алып Инструкторлыҡ техникумы, 1931 й. Топорнин районы Топорнин а. күсерелә. 1932 й. Йоматау умартасылыҡ техникумы булараҡ яңынан асыла, 1957 й. башлап а.х. техникумы, 1996 й. — аграр техникум. 1942— 43 йй. Өфө р‑ны Шаҡша станцияһы ҡасабаһында (хәҙ. Өфө эсендә) урынлашҡан. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ер‑мөлкәт мөнәсәбәттәре, хоҡуҡ белеме, страховкалау эше, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе һөнәрҙәре б‑са алып барылған. 3 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт, конференц‑ һәм тренажёр залдары, техникум тарихы музейы, 4 дөйөм ятағы булған. Й.а.т. м‑н А.С.Ключарёв, Й.Т.Шакиров, Г.Г.Штехер һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 18,4 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Д.С.Сергеев, Ғ.С.Сәйетов, Шакиров. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында техникум бинаһында эвакуация госпитале урынлашҡан. 2008 й. ябыла, 2010 й. бөтөрөлә. Шулай уҡ ҡара: Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы.

Л.З.Михайлова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке