ЙОМАТАУ, Өфө р‑нындағы ауыл, Йоматау а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб табан 38 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 181 кеше; 1920 — 199; 1939 — 229; 1959 — 329; 1989 — 876; 2002 — 1246; 2010 — 1598 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Йоматау” шифаханаһында эшләй. Урта мәктәп, амбулатория, наркология диспансерының №1 реабилитация үҙәге бар.

Ауылға 18—19 бб. араһында Өфө өйәҙендә В.С.Юматовтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Лагерь, Алағар исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 14 йортта 80 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Йоматау тәж. урман культуралары массивы урынлашҡан, ул тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.