ЙОМАҠ ТОРАМАЛАРЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары. Береговка археологик микрорайоны ҡомартҡылары төркөмөнә инәләр. Мәләүез р‑ны Йомаҡ а. эргәһендә Ағиҙел й. иҫке үҙәненең уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 4 торама табылған. Й.т.I ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 й. В.П.Викторов тарафынан асыла, 1978 й., 1982 й. В.С.Горбунов өйрәнә. Майҙаны 4800 м2, 134 м2 ҡаҙылған. Оҙонса түңәрәк формалағы торлаҡ табылған (15×20 м). Керамика Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (таш иген онтағыстар, төйгөстәр), металл эшкәртеү әйберҙәре (таш һандалдар, балсыҡтан яһалған иретеү табағы ярсыҡтары), хайуан һөйәктәре табылған. Й.т.II ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1978 й. Горбунов тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1987 й. Горбунов м‑н М.Ф.Обыдённов өйрәнә. Майҙаны 12 мең м2, 240 м2 ҡаҙылған. Таш усағы, хужалыҡ соҡоро һәм ҡоҙоғо булған тура мөйөшлө 13 ер өҫтө торлағы (5,6×10,4 м) табылған. Керамика Алакүл, Бура, Межа мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (бронза беҙҙәр, таш иген онтағыстар, төйгөс, ҡырғыс, арҡыры балта), ҡорал (таш бысаҡтар, һөйәк уҡ башаҡтары), металл эшкәртеү ҡоралдары (таш сүкеш, балсыҡтан яһалған иретеү табаҡтары, тигелдәр, сүместәр), хайуан һөйәктәре табылған. Й.т.III ауылдан көнбайышҡа табан 2—2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1987 й. Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 320 м2 ер ҡаҙылған. Усаҡлы 5 торлаҡ, улар тирәләй бағана соҡорҙары, көл табылған. Эш ҡоралдары (таш төйгөс, орсоҡбаш, һөйәк беҙ һәм тишкестәр), бронза сулпы, металл эшкәртеү ҡоралдары асыҡланған. Й.т.IV ауылдан көньяҡҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Юл төҙөү эштәре барышында табылған, 1989 й. Горбунов тарафынан тикшерелә. 412 м2 ҡаҙылған. 6 ҡоролма, ш. иҫ. тура мөйөшлө 2 ер өҫтө торлағы (яҡынса 9×12 м), табылған. Керамика Абаш һәм Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Металл иретеү табаҡтары ярсыҡтары, таш балталар, бронза беҙ, һөйәк бырауҙар һәм тишкестәр табылған. Халҡы малсылыҡ һәм тимер эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. Й.ҡ. материалдары БДПУ фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Горбунов В.С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.

В.С.Горбунов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.