ЙОМАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с ҡарай.  Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Ергән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Бәүергүл күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 268 кеше; 1920 — 295; 1939 — 322; 1959 — 323; 1989 — 195; 2002 — 202; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Исхаҡ Йомаҡов билдәле. 1795 й. 24 йортта 145 кеше йәшәгән, 1865 й. 39 йортта — 386 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. башлап Йомаҡай а. (18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән) м‑н бергә Йомаҡ‑Йомаҡай булараҡ иҫәпкә алына. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Дербенёв ҡурғандары, Йомаҡ торамалары, Йомаҡ ҡәберлектәре (ҡара: Береговка археологик микрорайоны) табылған. Л.Ғ.Ҡарамышев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке