ЙОМАҒУЖИН Юлай Мөхәмәт улы (16.9.1952, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Баҙарғол а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡаты есемдәр физикаһына, физик электроникаға, ялан электрон микроскопияһына, электрондар спектроскопияһына һәм физик эксперимент техникаһына арналған. Й. тарафынан ялан электрон спектрометры һәм ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙө үҙенсәлектәрен комплекслы тикшереү ҡулайламаһы уйлап табыла, алмасҡа оҡшаш һәм полимер плёнкалар, юғары т‑ралы ғәҙәттән тыш үткәргестәр йөҙөнөң электрон төҙөлөшө, вольфрамда цирконийҙы һеңдереү процесындағы эмиссион эффекттар һ.б. тикшерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Работа выхода электронов из нанокристаллического вольфрама //Доклады Академии наук. 2004. Т.399. №6 (авторҙ.); Энергетические распределения электронов в системе металл‑полимер‑вакуум //Журнал экспериментальной и теоретической физики. 2006. Т.130. Вып.2 (авторҙ.).

Р.З.Бәхтизин

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.