ЙОМАҒУЖИН Валерий Әфтәх улы [18.7.1950, БАССР‑ҙың Оло Теләк р‑ны  Түб. Ләмәҙ а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1973 й. тиклем һәм 1976 й. алып шунда уҡ эшләй. 1985 й. башлап (өҙөклөк м‑н) РФА‑ның А.К.Айламазян ис. Программа системалары ин‑тының системалы анализ тикшеренеү үҙәгендә (1992 й. алып өлкән, 2011 й. — төп ғилми хеҙм‑р), 1991—92 йй. “Роботландия” ЯСЙ программисы, бер үк ваҡытта 1997 й. башлап Переславль ҡалаһы ун‑тында (бөтәһе лә — Переславль-Залесский ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль инварианттарҙы иҫәпләп сығарыу ысулдарын эшләүгә һәм уларҙың ҡушымталарына арналған. Й. тарафынан 2‑се дәрәжә ябай дифференциаль тигеҙләмәләрҙең киң класы өсөн, ш. уҡ 2 үлсәмле күп төрлөлөктәге туҡымалар өсөн скаляр дифференциаль инварианттар алгебраһының тулы тасуирламаһы, дөйөм хәлдәге Монж–Ампер гиперболик тигеҙләмәләренең һәм һыҙыҡлы ябай дифференциаль тигеҙләмәләрҙең контактлы классификацияһы эшләнә, газ динамикаһы һәм акустика тигеҙләмәләренең асыҡланған яңы сығарылыштары табыла. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: On geometric structures of 2-dimensional gas dynamics equations //Lobachevski Journal of Mathematics. 2009. Vol.30. №4 (авторҙ.); Differential Invariants of Second Order ODEs, I //Acta Applicandae Mathematicae. 2010. Vol.109. №1.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке