ЙОМАҒУЖА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Күгәрсен р‑ны. Яҡынса 1915 й. урыҫ башланғыс мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1929 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала (1938 й. башҡ. һәм урыҫ урта мәктәптәренә бүленә, 1955 й. берләштереләләр), 1990 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Компьютер класы, китапханаһы, интерактив кабинеты, мәктәп тарихы музейы, тамаша, спорт һәм тренажёр залдары, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, уҡыу-производство участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н М.Ә.Хәсәнов, Р.В.Әлмөхәмәтов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1940 й. башлап мәктәпте 3,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында Ф.Ф.Абдуллина, З.С.Вәлитов, Ә.З.Вәхитова, А.Р.Ишбирҙин, М.Ғ.Рәхимов, В.Ғ.Сәхәүетдинов, В.М.Титов, А.П.Филиппов, Ю.Р.Әбдрәхимов, Әлим Ә.Әхмәҙиев, Ә.Ә.Әхмәҙиев.

З.Ш.Ураҙбахтина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке