ЙОМАҒУЖА ГЭС-ы, электр энергияһы етештерә. Йомағужа һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре халҡы һәм пр‑тиелары.

1998 й. “Башкирэнерго” ААЙ филиалы булараҡ ойошторола, 2004 й. дөйөм ҡеүәте 45 МВт булған 1‑се һәм 2‑се, 2005 й. — 3‑сө гидроагрегат ҡуйыла, 2006 й. алып Күмертау ТЭЦ‑ының структур бүлеге. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр һыу баҫымына бәйле макс. файҙалы эш коэф. алыу өсөн боролма ҡалаҡлы системаны икеләтә автоматик көйләү турбиналары индерелә (2004).

К.Ғ.Юлаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018