АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович А. — 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович А., Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич А. (ҡара: С.Т.Аксаков). Уның улдары: Константин Сергеевич А. [29.3.1817, Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе Яңы Аксаков а., хәҙ. Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а., — 7.12.1860, Занте утрауы, Греция, Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнгән], урыҫ шағиры, әҙәби тәнҡитсе, тел белгесе, публицист. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Мәскәү ун‑тының тел бүлеген тамамлай (1835), магистр (1847). “Молва” (“Һүҙ”) гәз., “Телескоп” һәм “Московский наблюдатель” (“Мәскәү күҙәтсеһе”) ж. м‑н хеҙмәттәшлек итә. 30‑сы йй. лирик шиғриәт м‑н мауыға, һуңыраҡ шиғырҙары гражданлыҡ һыҙаттары ала: “А.Н.Поповҡа” (“А.Н.Попову”; 1842), “Пётрға” (“Петру”; 1845), “Ирекле һүҙ” (“Свободное слово” ; 1853). 40‑сы йй. әҙәби тәнҡиткә һәм публицистикаға мөрәжәғәт итә. «Гоголдең “Чичиков мажаралары йәки Үле йәндәр” поэмаһы хаҡында бер нисә һүҙ» («Несколько слов о поэме Гоголя “Похождения Чичикова, или Мёртвые души”»; 1842), «И.Тургеневтың “Һөйләшеүе”» («“Разговор” И.Тургенева»; 1845), “Рәсәйҙең эске торошо тураһында” (“О внутреннем состоянии России”; 1881) мәҡ. йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Тел ғилеме б‑са «Ф.Буслаевтың “Урыҫ теленең тарихи грамматикаһы тәжрибәһе”н тәнҡитле тикшереү» («Критический разбор “Опыта исторической грамматики русского языка” Ф.Буслаева»; 1859), “Урыҫ грамматикаһы тәжрибәһе” (“Опыт русской грамматики”; 1860) хеҙмәттәре авторы. Байтаҡ әҫәрҙәре цензура тарафынан тыйыла; Григорий Сергеевич А. (ҡара: Г.С.Аксаков); Иван Сергеевич А. [26.9.1823, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Надеждино а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 27.1.1886, Мәскәү], урыҫ шағиры, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Император хоҡуҡ ғилеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.-Петербург, 1842) Сенаттың Енәйәт департаментында хеҙмәт итә. 1848 й. ЭЭМ‑дың йәшерен миссияһы составында Бессарабияға ебәрелә. 1849 й. алып Ярославль губ. ревизор, 1852 й. отставкаға сыҡҡандан һуң әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге м‑н әүҙем шөғөлләнә башлай. 1845—47 йй. үҙенең шағир һәм чиновник булараҡ эске ҡаршылыҡтарын сағылдырған шиғырҙар шәлкемен баҫтыра. 19 б. урыҫ әҙәбиәтенең дөрөҫлөктө асып биреүсе әҫәрҙәренең береһе — “Енәйәт палатаһының эш көнө. Суд күренештәре” (“Присутственный день уголовной палаты. Судебные сцены”; 1853) пьесаһы — авторы. Ф.И.Тютчев ижадын тәүгеләрҙән булып өйрәнә һәм уның беренсе биографы була (“Фёдор Иванович Тютчев”, 1874). Журналистика м‑н шөғөлләнә, “Парус” (“Елкән”; 1859), “День” (“Көн”; 1861—1865), “Москва” (“Мәскәү”; 1867—1868), “Русь” (1880—1886) гәз. нәшер итә. Мәскәү славян ком‑тын ойоштороусы һәм уның етәксеһе (1858—78). Уның исеме София һәм Белград урамдарына бирелгән. Григорий Сергеевич А. ҡыҙы — Ольга Григорьевна А. (26.12.1848, Сембер ҡ. — 20.4.1921, Һамар губ. Языков а.). 1861 й. алып Өфөлә, 1867 й. — Һамар ҡ. йәшәй. 80‑се йй. Надеждино ауылына эйә була, унда Өфө губернаһында тәүге ҡымыҙ дауаханаһына нигеҙ һала (хәҙ. Аксаков С.Т. исемендәге шифахана). 1914 й. башлап Языков а. усадьбаһында йәшәй. В.С.Аксакованың көндәлеген (“Вера Сергеевна Аксакованың көндәлеге. 1854—1855” — “Дневник Веры Сергеевны Аксаковой. 1854—1855”; 1913) баҫмаға әҙерләй. 1909 й. документтарының һәм әйберҙәренең бер өлөшөн С.Т.Аксаковтың вафатына 50 йыл тулыуға ҡарата асылған Һамар музей-бүлмәһенә тапшыра. Уға Аксаковтың “Багров ейәненең балалыҡ йылдары” (“Детские годы Багрова-внука”) повесы арналған.

А. нәҫеле 18 б. Ырымбур, Һамар һәм Сембер губ. дворяндарының нәҫел китабына индерелгән. Нәҫел вәкилдәре Стәрлетамаҡ өйәҙенең Оло Аксаков а. һәм Бәләбәй өйәҙенең Надеждино а. эйә була. Надеждино а. Аксаковтар ғаиләһе музейы асылған (ҡара: Аксаков музейы); Өфөлә Аксаков гимназияһы №11 бар. 1992 й. Аксаков фонды булдырыла.

Әҙәб.: Чванов М.А. Аксаковские места в Башкирии. Уфа, 1976; шул уҡ. Корни и крона. Я был в Аксакове... Уфа, 1991; Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

Г.Н.Холошевская

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке