ЙОМАҒУЖА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Илкәнәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Ҡарағай т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Мәләүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й — 247 кеше; 1920 — 373; 1939 — 323; 1959 — 205; 1989 — 121; 2002 — 135; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Илкәнәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1755 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1740 й.) алып билдәле. Йорт старшинаһы Йомағужа Аҡҡужин (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Йомағужа Иманғолов) исеме м‑н аталған. 1865 й. 36 йортта 190 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018