ЙОМАҒУЖА, Ҡыпсаҡ, Урман Ҡыпсағы, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡәнзәфәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб табан 95 км алыҫлыҡта Һаҡмартиле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 587; 1920 — 761; 1939 — 371; 1959 — 389; 1989 — 413; 2002 — 455; 2010 — 380 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы Юлдыбай а. (хәҙ. Күгәрсен р‑ны Юлдыбай а.) башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. 26 йортта 119 кеше йәшәгән, 1866 й. 70 йортта — 494 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәктәп теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке