ЙОМАҒОЛОВА Венера Әхмәт ҡыҙы (17.9.1955, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Яңы Әлдәшле а.), кинорежиссёр, тележурналист. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы ағзаһы (2002). Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын (1982; Ш.М.Сарымсаҡов курсы), ТВ һәм радио хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (Мәскәү, 1995; Б.С.Каплан курсы) тамамлаған. 1982 й. алып БАХИ‑ла, 1987—2012 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑нда эшләй. Фильмдары Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәтенә, уның тәбиғәтенә арналған. “Талпын, күңел!” (“Распахнись, душа!”) телевизион тапшырыуы [2000—2006; “Берҙәмлектең иң яҡшы программалары” (“Лучшие программы Содружества”) Халыҡ‑ара телевизион конкурсы лауреаты, Алма‑Ата ҡ., Ҡаҙағстан, 2005] авторы. Үҙенең сценарийҙары б‑са 30‑ҙан ашыу фильм ҡуя: “Еҙем әбейҙәре” (“Зилимские бабушки”, 2006; Халыҡ‑ара Сычуань телевизион фестивале, Чэнду ҡ., Ҡытай; “Prix Visionica” телевизион ижад  фестивале лауреаты, Вроцлав ҡ., Польша; икеһе лә – 2007), “Ҡараңғылыҡтағы нур” [“Свет во тьме”, авторҙ. Г.С.Галина; 2001; “Алтын Прага” (“Золотая Прага”) Халыҡ‑ара телевизион конкурсы, Прага; Евразия Телефорумы, Мәскәү; икеһе лә – 2004; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Асыҡ респ. киновидеофильмдар фестиваль‑конкурсы лауреаты, Өфө, 2002; “Алтын Ҡумта” (“Золотой Ларец”) Халыҡ‑ара телевизион фестивале дипломанты, Пловдив ҡ., Болгария; 2004], “Ҡурай‑бейеү” [“Курай‑танец”; 2004; “Аҡыл. XXI быуат” (“Разум. XXI век.”) Халыҡ‑ара фестиваль лауреаты, Томск ҡ., 2005], “Ике ҡыштан... һәм 20 йылдан һуң” (“Через две зимы... и 20 лет”; 2009; Халыҡ‑ара телевизион документаль фильмдар конкурсы лауреаты, Пекин, 2010; Гран‑при) һ.б. “Милләт‑ара татыулыҡ – Башҡортостандың сәскә атыуына юл” (“Межнациональное согласие — путь к процветанию Башкортостана”) Респ. журналистарҙың ижади конкурсы лауреаты (Өфө, 2006).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.