ЙОМАҒОЛОВ Харис Йомағол улы [3.1.1891, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 2.11.1937, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.1917—21 йй., 1931—35 йй. РКП(б) ағзаһы. Мәскәү прапорщиктар әҙерләү мәктәбен (1917), К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған. 1917 й. рус армияһында, прапорщик. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 й. июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы, көҙөн Һамар губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына ағзалыҡҡа кандидат, дек. алып Кесеҡоролтай ағзаһы. 1918 й. башлап РКП(б) ҮК эргәһендәге Мосолмандарҙың коммунистик ойошмалары Үҙәк бюроһы ағзаһы, Ҡазандың хәрби комиссары, Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары урынбаҫары. 1919 й. февр. алып Башҡортостан хәрби-революцион комитетында Бөтә Рәсәй ҮБК вәкиле, майҙан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сент.—нояб. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1920 й. ғин., Башревком м‑н РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты араһындағы низағтан һуң, Мәскәүгә саҡыртып алына. “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты ҡабул ителгәндән һуң башҡа Башревком ағзалары м‑н Урта Азияға сығып китә. 1921 й. башлап аслыҡҡа ҡаршы көрәш б‑са БашҮБК, 1922 й. — Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге БАССР вәкиллеге (ҡара: Башҡорт вәкиллектәре) вәкиле, 1926 й. — респ. сауҙа вәкиллеге мөдире ярҙамсыһы, 30‑сы йй. СССР Игенселек һәм малсылыҡ с‑здары ХК Көнбайыш Себер һөт-ит с‑здары идаралығының (бөтәһе лә — Мәскәү) иҫәп һәм статистика бүлеге начальнигы. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.