ЙОМАҒОЛОВ Марат Ғаяз улы (30.1.1955, Тажик ССР‑ы Гиссар ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1993), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011).Тажик ун‑тын тамамлағандан һуң (1977) 1980 й. тиклем һәм 1984 й. алып Тажикстан Респ. ФА‑ның Математика ин‑тында (икеһе лә — Дүшәнбе) эшләй. 1995 й. башлап Рыбинск авиация технология акад. уҡыта. 1998 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында (2000 й. башлап ғәмәли математика һәм мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире), 2010 й. — БДУ‑ла (2012 й. алып дифференциаль тигеҙләмәләр каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль тигеҙләмәләр, һыҙыҡлы булмаған тирбәлеүҙәр, бифуркациялар теорияларына арналған. Й. тарафынан динамик системаларҙың фаза портреттарын үҙгәртеп ҡороу, тирбәлеүҙәр тотороҡлолоғо анализы т‑да мәсьәләләр тикшерелә, асимптотик сиселештәр төҙөлә; һуңлаулы идара итеү системаларында процестарҙы моделләү нигеҙҙәре, бәләкәй параметрға бәйле һыҙыҡлы булмаған системаларҙың сиселешен төҙөүҙең итерацион ысулдары, локаль бифуркациялар теорияһы мәсьәләләре сиселешенең һан төҙөлөшө алгоритмдары һәм программалары, һыҙыҡлы операторҙарҙың үҙгәреше теорияһы уйлап табыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Математика. Основы математического анализа. М., 1999 (авторҙ.); Обыкновенные дифференциальные уравнения: теория и приложения. М.; Ижевск, 2008; Введение в теорию динамических систем. СПб., 2015.

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке