ЙОМАҒОЛОВ Илшат Хәлил улы [26.2.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Тимербай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) – 3.11.2007, Өфө] актёр, драматург. РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1953), Яҙыусылар союзы (1989) ағзаһы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1952; Х.Бохарский курсы), ГИТИС‑ты (1959; Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) тамамлаған. 1952—71, 1976—89 йй. БАДТ, 1971—76 йй. Ғ.Камал ис. Татар театры (Ҡазан), 1991—2002 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. Театр берләшмәһенең Башҡ. драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1962—66 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1982—90 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Юғары рухи көскә, сағыу хистәргә эйә актёр, тәрән психологик анализ һәм кәүҙәләнеш оҫтаһы. 1960—80‑се йй. Башҡорт драма театрының иң төп актёрҙарының береһе була: Закир (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”), Прометей (“Ташлама утты, Прометей!”; икеһе лә — М.Кәрим), Байымов (“Ун өсөнсө председатель” А.Х.Абдуллин) һ.б. ролдәрҙе башҡара. Урыҫ классик һәм сит ил драматургияһы геройҙарының ҡатмарлы характерҙарын тыуҙырған ваҡытта юғары профессионализмы һәм образдарҙы үҙенсә кәүҙәләндереү оҫталығы асыла: Протасов (“Тере мәйет” – “Живой труп”), Никита (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” – "Власть тьмы"; икеһе лә — Л.Н.Толстой), Треплев (“Аҡсарлаҡ” – “Чайка"), Иванов (“Ивановтың фажиғәһе” – “Иванов”; икеһе лә — А.П.Чехов), Фёдор Таланов (“Ябырылыу” – “Нашествие”, Л.М.Леонов), Макбет (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле трагедияһы) һ.б. Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Пугачёв (“Ҡанҡай улы Бәхтиәр”, Т.Ғ.Миңнуллин), Рябинин (“Сит кеше” – “Человек со стороны”, И.М.Дворецкий) образдарын Ғ.Камал ис. Татар театры сәхнәһендә башҡара. Кино һәм т/ф ролдәре: Бейеш (“Халҡым һағышы”; 1969, “Баштелефильм”), Күсәрбай (“Алтын атлы һыбайлы” — “Всадник на золотом коне”; 1980, “Мосфильм” к/ст) һ.б. Драматургияһы поэтик күтәренкелек, героик‑романтик һәм фәлс. пафос м‑н һуғарылған. “Нәркәс”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк”, “Сәсәндәр” пьесалары; А.Н.Островскийҙың “Төшөмлө урын” (“Доходное место”), Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип” (“Лекарь поневоле”), Т.Уильямстың “Роза тамғаһы” (“Татуированная роза”) һ.б. пьесаларының башҡ. теленә тәржемәләр авторы. Уҡыусылары араһында Ф.С.Ғафаров, Х.И.Ҡурсаев, М.А.Ниғмәтуллин, Р.И.Хисамова, Т.Д.Хисамова, Ә.Р.Хөсәйенов.

Хеҙм.: Драмалар. Өфө, 2007.

Әҙәб.: Ильясова Р. Рассудит время //Театральная жизнь. 1980, №7.

Р.Х.Ильясова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.