“АКСАКОВНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Шкапов нефть ятҡылығын, ш. уҡ Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары терр‑яһында Бәләбәй, Знаменка, Раевка, Сатай, Шафран һ.б. нефть ятҡылыҡтарын, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыуға тапшырыу м‑н шөғөлләнгән.

1955 й. Йәрмәкәй р‑ны Приют ҡасабаһында (хәҙ. Бәләбәй р‑ны) “Башнефть” берекмәһе составында “А.” нефть промыслаһы идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1970 й. алып НГДУ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. — ЯСЙ, 2008 й. ябыла. 2004 й. ҡарата “А.” тарафынан 228 млн т нефть сығарылған; нефть сығарыуҙың макс. кимәле — 11,4 млн т (1963). “А.” РФ‑та тәүге тапҡыр фонтан рәүешендәге скважиналарҙы файҙаланғанда үҙәктән ҡыуыусы электр насостары ҡулланыла, уларҙы ташыу өсөн автомобилгә махсус конструкция яһала, продуктив ҡатламды икенсегә асыу ысулы эшләнә; БР‑ҙа тәүге тапҡыр һыу ебәреү системаһында промысла һыуҙарын тултырыу эше башлана, үткәргес торбаларҙы эске коррозиянан һаҡлау технологияһы һәм сығарыуы ауыр булған нефть запастары ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең комплекслы технологияһы эшләнә һәм индерелә. Составына 4 нефть һәм газ сығарыу цехтары, газ йыйыу һәм ҡыуыу, нефть әҙерләү һәм ҡыуыу цехтары, газ эшкәртеү производствоһы һ.б. ингән. “Приютовский нефтяник” (“Приют нефтсеһе”) гәз. сығарған. Бырауланған скважиналар фонды — 3892 берәмек. 1999 й. 2990 кеше эшләгән. “А.” м‑н О.А.Межлумов, М.С.Хәбибуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.А.Холда

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018